Үткән аҙна аҙағында, 26 октябрҙә, үҙебеҙ яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайына һайлап ҡуйған депутатыбыҙ Сергей Афонин Күмертауға килде. Ул, шулай итеп, үҙенең депутатлыҡ бурыстарын үтәүҙе ҡалабыҙҙың төп предприятиеһы иҫәпләнгән авиация предприятиеһының иҡтисади хәл-торошон өйрәнеүҙән башланы.
Депутат Сергей Афонин ҡала Хакимиәте башлығы Борис Беляев менән бергәләп завод етәкселеге менән осрашты. Улар заводтың етештереү цехтарында булып, белгестәр менән ентекле фекер алышты. Сергей Ивановичты иң беренсе сиратта эшселәргә эш булыуы-булмауы, эш хаҡтары ҡыҙыҡһындырҙы. Эш булһын тиһәң, иң беренсе контракттар төҙөү мөһим. Вертолетсылар, был йәһәттән борсолмайбыҙ: алдағы йылда 8 яңы вертолет эшләүгә контракттар төҙөлдө, ти. Бынан тыш тағы 15 осоусы машина ремонтланасаҡ. Был да завод эшселәренә күп аҡса килтерәсәк. Етмәһә, бер төркөм белгестәр Ка-27 эҙләү-ҡотҡарыу вертолеттары етештереү буйынса яңы килешеүҙәр төҙөү өсөн Ҡытайға барырға йыйына.