Все новости

БАҺАЛАЙ БЕЛӘ

Шәмбе көнө, ял тип ҡарап тормай, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Өфөлә конференция йыйҙы. Беҙҙең райондан да байтаҡ кеше ҡатнашты унда. “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тигән девиз аҫтында үткән был сара. Шул уҡ көндө Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та үҙенең ярҙамсыларын йыйған.

Йыйылышҡа республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан З. Байғусҡаровтың 36 ярҙамсыһы килгән. Уларҙың кемеһе инстаграмм, кемеһе ВК, кемеһе фейсбукта депутат эштәрен әүҙем яҡтыртып бара. Еңел эш түгел был, етмәһә, бушлай башҡарыла торған хеҙмәт. Улар араһында районыбыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһын етәкләүсе Зифа Исмәғилева менән район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Ләйсән Аҙнабаева ла ҡатнашҡан. Ҡыҙҙарыбыҙ эш йәһәтенән үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп тә өлгөргәндәр. Лайыҡлы эштәре өсөн Зифа Исмәғилева депутат ҡулынан бик матур календарь, ә Ләйсән Аҙнабаева Рәхмәт хаты алған. Әйткәндәй, Ләйсән Хәсән ҡыҙына былтыр депутат матур сәғәт тә тапшырғайны.

- Зариф Байғусҡаров йылына ике тапҡыр үҙенең ярҙамсыларын йыя һәм башҡарылған эштәре хаҡында отчет бирә. Шунда уҡ киләсәк эштәргә план ҡорабыҙ, артабан да бергә һәм берҙәм эшләргә яңы идеялар булдырабыҙ. Зариф Закир улы һәр саҡ үҙ ярҙамсылары хеҙмәтен күрә һәм лайыҡлы баһалай белеүе менән башҡа депутаттарҙан айырылып тора, тиһәм дә хата булмаҫ, тип уйлайым, - ти Ләйсән Аҙнабаева.
Читайте нас: