Все новости

Айнытҡыс, ҡатынды туҡмау һәм ҡоро ағас

25 декабрь көндө «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы рәсми рәүештә асылды.

Ниһайәт! Бер аҙна элек шулай тип ҡысҡырырҙай булдыҡ. 25 декабрь көндө «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы рәсми рәүештә асылды. Дүрт күҙ менән көткәйнек бит, барлыҡ сараларҙы Бахмут йәки Яңы Морапталда үткәреп йонсоноҡ. Тантанаға РФ Думаһы депутаты З. Байғусҡаров үҙе килде, мәҙәниәт йортонда кинозал асылыу пландан тыш башҡарылды, тине ул, Рәсәйҙең «Фонд кино» етәксеһенә үҙем дүрт тапҡыр кереп һораным, тине. Күптәр ҡаршы ла төштө - нимәгә кәрәк ул Ермолайҙа кинотеатр, эргәлә генә Күмертау, шунда барырҙар ҙа ҡарарҙар. Мин ышанам, - тине депутат, - район кешеләре киноны үҙҙәрендә ҡарар. Юлай Ильясовтың да кәйефе шәп булды был көндө: күпме һынауҙар аша үтергә тура килде, «Йәшлек» төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытында асылманы, хәҙер инде барлыҡ ауырлыҡтар артта ҡалды, беҙҙе өр-яңы мәҙәниәт һарайы ҡаршылай.
Мәҙәниәт һарайын асыу танатанаһы тамамланыу менән Зариф Байғусҡаров «Берҙәм Рәсәй» партияһы активы менән осрашты.
- Беҙҙең партия сафтары яңыра, - тине Зариф Закир улы, - партия исеменә тап төшөрөрҙәй кешеләр беҙгә кәрәкмәй – ил башлығы шул турала ныҡлап әйтте. Эскән, башҡа төрлө эш боҙоп хурланған депутат депутат түгел ул. Халыҡ бит аҙаҡ, был Фәлән Төгәнов ул тип һөйләмәй, ә «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаты тип әйтә.
- Бөгөн йыл дауамында нимә эшләнем, шул турала әйтеп үтеү кәрәктер. Мин депутат булараҡ халыҡ араһында күп булам, кемдәрҙер, бәлки, беләлер: Учалы районында нисәмә йылдар буйы файҙалы ҡаҙылмаларҙы урлағандар, ошолайтып миллиард һумдарҙы кеҫәләренә һалғандар. Был хәл тураһында райондың ябай кешеләре әйтте. Ошо проблема менән шөғөлләнә башланым һәм аптырап, урындағы властан һорайым: һеҙ ҡайҙа булдығыҙ, йылдар буйы һеҙҙе талағандар, бер нимә лә күрмәнегеҙме ни? Тегеләр яуырындарын ғына һелкә. Тағы бер ҡат ҡабатлайым: ниндәйҙер хилаф эште күрәһегеҙ икән, өндәшмәй ҡалмағыҙ, тура үҙемә яҙығыҙ, был – беҙҙең ер һәм беҙгә бында йәшәргә. Әле бына Мәләүез районында ла ҡырсын урлайҙар икән, ауыр-ауыр машиналар ауыл урамдарынан үтә. Кемдер аҡса һуға, ә урындағы халыҡ яфа күрә. Был мәсьәлә менән дә ныҡлап шөғөлләнәсәкмен. Ошо проблемаларға тотонғас, һорап та ҡуйҙылар: ҡурҡмайһыңмы, миллиондар һум аҡса эшләгәндәрҙең юлына арҡыры төшәһең бит. Ҡурҡһам, депутат булмаҫ инем, мин үҙем ауыл малайы, шуға һәр бер ябай кешенең бәләһе – минең бәләм, тип ҡабул итәм.
Тағы ла бер инициативамды әйтәм. Ҡасандыр бөтөрөлгән медицина айнытҡыстарын тергеҙеү идеяһы. Ул түләүле буласаҡ, яҡынса 2000 һум. Ниңә кәрәк булды быныһы? Башҡортостанда ғына йылына 100 кеше самаһы кеше эскән килеш урамда туңып үлә. Ә аяғын-ҡулын туңдырып инвалид ҡалғандары күпме? Былар барыһы ла бюджетҡа өҫтәмә йөк булып ята. Минән һорайҙар: нимәгә кәрәк ул һиңә, бомждар туңып үлгәндән донъя бөтмәй, киреһенсә, таҙарынып ҡалырбыҙ. Беренсенән, туңғандар барыһы ла бомж түгел, икенсенән, бомж булһа ла ул да беҙҙең кеше. ЛТП тигән ойошманы тергеҙгәндә лә шәп булыр ине, киләсәктә, бәлки, уныһы ла булыр.
Улы төрмәлә ултырған 80 йәштәрҙәге бабай хат яҙҙы. Улым төрмәлә йыраҡта, Себерҙә, ултыра. Янына барырға һаулыҡ та, аҡса ла юҡ. Үлеп киткәнсе күрергә ине улымды, уны яҡыныраҡ, Башҡортостандағы төрмәгә күсереп булмаҫмы? Был проблема мине ҡыҙыҡһындырҙы. Һәм шундай проект кереттем: төрмәлә ултыра икән кеше, тыуған еренә яҡыныраҡ ерҙә ултырһын. Донъя бит был, төрлө хәлдәр була, ата-әсәгә бала һәр саҡ бала булып ҡала. Уларҙың хәленә инергә кәрәк.
Эскелек тигәндән. Алкаш кеше үҙен бер ҡасан да «Мин алкашмын» тип әйтмәй. Әле беҙҙә закондар шулай: кешене көсләп дауалап булмай. Эскән кеше эсеп йөрөй бирә, ғаиләһен йонсота, башҡа зыян килтерә, ә уны, үҙе теләмәһә, дауаханаға һалып булмай. Депутат булараҡ, шундай инициатива менән сыҡтым: кеше, мәҫәлән, иҫерек килеш ниндәйҙер эш боҙа икән, уны дауалауға һалырға. Ғәйепле кеше алдында һайлау торасаҡ: йәки төрмәгә ултыраһың, йәки дауаланаһың.
Урмандан ҡоро-һары ағасты алып ҡайтырға ярай тигән закон проекты авторы ла мин. Был бик мөһим закон булды, кешелә газ бар тиһәң дә, мунса яғырға, кәртә-ҡура йүнәтергә барыбер ағас кәрәк. Шуны ла онотмағыҙ: Башҡортостанда ғына ҡороған ағасты алып ҡайтыу өсөн бер ниндәй ҙә ризалыҡ алыу кәрәкмәй, башҡа региондарҙа ҡағыҙҙар юлларға кәрәк, ә беҙҙә барҙың да алдың.
Ғаиләләге ыҙғыштарға бәйле закон өҫтөндә эшләйбеҙ. Тормошта нисек була: ир эсеп ҡайта, өйҙә тауыш ҡуптара, ә ҡатын кешегә ҡасыр урын да юҡ, полиция ла был эшкә ҡыҫылмай – ғаилә хәле, теләһә нәмә эшләгеҙ. Ҡатын йылдар буйы туҡмалып йәшәй, бер көн килеп бирле ир уны үлтереп тә ҡуйыуы бар. Был закон проектына ҡаршы сығыусылар күп, шулай ҙа ул ҡабул ителер тим.
Залдан ҡысҡырҙылар: бисәләр ирҙәргә ҡарағанда ла ҡай саҡ бирлерәк була, ирҙәрҙе кем яҡлар?
- Ире туҡмалып йәшәй икән, тимәк, уны яҡлаясаҡбыҙ, - тине Зариф Закир улы, - тормошта йышыраҡ ҡатындары туҡмалып йәшәй, ирҙәрҙең бисара булып йәшәгәнен ишеткән юҡ әлегә, әллә һеҙҙең районда ғына уҫал ҡыҙҙар йәшәмәһә.
Ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыу йәһәтенән байтаҡ үҙгәрештәр була. Мәҫәлән, өс йәшкә тиклем декретта ултырғандарға ай һайын 10 мең күләмендә аҡса түләү. Ипотека буйынса ярҙам ҙур – ауылда йәшәгәндәр өсөн 6% cтавкаһы менән ипотека бирелә башлай, 2019-2022 йылдарҙа кем бала таба, уларҙың ипотекаһын ҡаплау өсөн 450 мең һум күләмендә аҡса биреләсәк (ошо ерҙә залда ултырған олораҡтарҙың, мин бала тапҡанда ҡайҙа булдығыҙ, тип һорағыһы килгәндер).
Залдан ауыл хужалығына ҡағылышлы бер-ике һорау ишетелде, тик депутат уларҙы ҡәнәғәтләндерерлек яуап әйтмәне, закон шулай һәм ул дөрөҫ ҡабул ителгән. Осрашыу аҙағында донъяны байтаҡ күреп өлгөргән район башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин барыһы ла уйлап ултырған фекерҙе әйтте ахры:
- Күпме йәшәйем, бындай депутатты күргән юҡ ине әле – халыҡ менән бик тығыҙ эшләйһегеҙ.
Партиялылар менән осрашыу ошоноң менән бөттө. Ә депутаттың эше бөтмәне, уны райондағы Яңы йыл тантаналары, афғандар һәйкәленә сәскә һалыу, граждандарҙы ҡабул итеү көтә ине.
Читайте нас: