Все новости

Һорауҙар төрлө

25 декабрь район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

25 декабрь район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Беренсе үҙенең һорауы менән Ермолаевола йәшәүсе ир керҙе. Ул олатаһының исемен Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышланған обелискыға яҙып ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Бер йыл ошо һорау менән хакимиәткә йөрөйөм, тик һаман мәсьәлә хәл ителмәне, тине ул. Зариф Байғусҡаров был һорауҙы контролгә алырға, киләһе йылда илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткәнгә ҡәҙәре онотолған яугирҙың исемен мәңгеләштерергә ярҙам итәсәген әйтте. Ермолаевонан тағы бер кеше депутатҡа һорау менән килгән. Ул йорто эргәһендә урынлашҡан колбаса етештереү цехының эшенә зарланды. Цехтан алама еҫ сыға икән һәм күршелә йәшәгән кешеләргә көн һайын ошо һаҫыҡ еҫте һуларға тура килә. Таймаҫтан мәсеткә ремонт яһау мәсьәләһе менән килгәйнеләр, бәҙрәфте лә бинаның эсенә эшләп ултыртҡанда шәп булыр ине, тиҙәр улар. Был һорауҙы хәл итеү өсөн спонсор табырға кәңәш итте Зариф Закир улы. Сөнки мәсет өсөн бюджеттан аҡса бүленмәй. Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе лә депутатҡа шәхси һорау менән мөрәжәғәт итте. Мораҡтан берәү ҡатмарлы операцияға квота алыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап килгән. Шулай уҡ депутатҡа пенсиялар, илебеҙ именлеге өсөн баштарын һалған яугирҙарға һәйкәлдәр ҡуйыу тураһында ла һорауҙар бирелде.
Зариф Байғусҡаров бирелгән һорауҙарҙың һәр береһен теркәп алды. Һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнеләсәк һәм уларға мотлаҡ яуап биреләсәк, тип ышандырҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
Читайте нас: