Все новости
ДЕПУТАТТЫҢ ҺҮҘЕ ҺӘМ ЭШЕ
10 Октября 2020, 11:00

Осрашыуҙар көнө

Был аҙнала Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты ағзаһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров граждандарҙың шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү көнөн үткәрҙе.

Район халҡының булған һорауҙарын тыңлағандан һуң, Зариф Байғусҡаров Күмертау ҡалаһына ашыҡты. Бында ла халыҡ үҙ мөрәжәғәттәре менән килде. Торлаҡ һорауҙары буйынса ике кеше үҙ проблемалары менән килде. Балаһына алимент ала алмаған әсә ҡалалағы суд приставтары эше менән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Тағы бер ҡатын, приставтар үҙ эштәренә яуапһыҙлыҡ менән ҡарауын билдәләне. Кәрәк ҡағыҙҙарҙы юҡ итеүенә зарланды.
Ҡаланың бер мәктәбе уҡытыусылары коллективы конкурс менән килеүсе, тәжрибәһе булмаған директор эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Депутат уларҙың һорауын урында хәл итергә, булған ялыуҙар мәғариф министры урынбаҫарына тапшырыласағы хаҡында әйтте.
Тулы материал 81-се һанда.
Читайте нас: