Алынған сигналдар буйынса депутаттар мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта проблемаларҙы юҡ итергә тырышалар. Мөрәжәғәт итеүҙән һуң барлыҡ һорауҙар шунда уҡ хәл ителмәй, сөнки быға ҡаршылыҡ килтергән норматив-хоҡуҡ акттары, закондар бар. Был осраҡта консультатив-мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә. Нисек кенә булмаһын, берәү ҙә яуапһыҙ ҡалмай.