Все новости

Һорауҙар күп

Таймаҫ ауылы халҡы, мəсеттəренең башын яптырырға ярҙам һораны. Розалия Сəфиулла ҡыҙы: «Мин һеҙгə шəхсəн бер нисек тə ярҙам итə алмайым, һеҙҙең кеүек үк дəүлəт эш хаҡына эшлəп йөрөйөм, артыҡ аҡсам юҡ, шулай булһа ла төрлө мəҙəниəт, спорт сараларына ярҙам күрһəтеп торам. Ə һеҙҙең мəсьəлə өсөн, төрлө программалар булдырылған: ППМИ, Атайсал, шуларҙы ҡулланығыҙ, спонсорҙар эҙлəгеҙ»,-тип яуапланы.

Яҡшымбəт ауыл билəмəһенə сират еткəс, Ҡотлоюл ауыл мəҙəниəт йортоның аппаратураһы иҫкергəн, шуны яңыртыуға ярҙам һорап мөрəжəғəт иттелəр. «Реаль эштəр» проекты бар, улар мəҙəниəт өлкəһенə ныҡлы иғтибар бүлə, һеҙҙең мəҙəниəт йортон уларҙың планына индереп, мотлаҡ ярҙам итербеҙ, тип ҡыуандырҙылар уларҙы.
Материал тулы вариантта гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: