Керәүле һуңғы мәл, ысынында, райондың мәркәзенә әүерелде һымаҡ, мәктәптәрен яңырттылар, сиркәү тип йөрөйҙәр ине, уныһы әлегә туҡталып тора. Бына Павловка мәктәбе тиҙән юбилейын үткәрергә йыйына. Был аҙнала тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә - Керәүлелә бөҙрәхана асыласаҡ. Ауыл башлығы, еткән сәсен һыпырып, шулай тине:
- Үҙем гел Күмертауға барып алдырам сәсте, бына әле бармай йөрөйөм, беҙҙә асылһа, шунда барам тим. Анатолий Ефремов аса был хананы, сәс алдырыуҙан тыш, тырнаҡты матурлау салоны ла була.
- Ауыл халҡының аҡсаһы булмаһа, сәсте алдырған, тырнаҡты буяған-игәгән өсөн, йомортҡамы-ҡаймаҡмы, комбикормамы алып килһә булмаҫмы?
- Юҡтыр. Ефремовтың ундайы үҙенеке лә етерлек, эшҡыуарға тере аҡса кәрәк.