Ике кеше тигәнебеҙ - ике Гүзәл, икеһе лә Мөхәмәтшиналар. Эйе, Илкәнәйҙә бер үк исем, бер үк фамилия йөрөткән ике ҡатын бар, икеһе лә, әйткәндәй, бик гүзәл, шәп ҡыҙҙар.
Береһе - клуб мөдире, мәҙәниәт бәләләре менән йөрөй, клубта электр уты юҡ, әллә нимәһенә һүнде лә ҡуйҙы. Быныһын эшләрбеҙ, тағын нимә? Һыуыбыҙ юҡ, уның клубта бер ҡасан да булғаны ла юҡ, күнәкләп ташып иҙән йыуабыҙ, сәй эсәбеҙ. Депутат барыһын да эшләрбеҙ, ҡайғырмағыҙ, булыр уты ла, һыуы ла тип шатландырҙы Гүзәлде.
Икенсе Гүзәл Мөхәмәтшина - Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Овчинников етәкләгән предприятиела (подземгаз тип яратып һөйләй уны халыҡ) релаксация урыны бар икән, илкәнәйҙәр унда барғаны бар, тере баҡса икән, ябай итеп әйткәндә, шунда йөрөп ҡайтһаң бөтөн нервыларың ял итә икән. Беҙҙе - Илкәнәйҙең иң гүзәл, актив ҡыҙҙарын шунда алып барығыҙ. Ярар, - тигән Вячеслав Геннадьевич, - нервы кешегә ныҡ кәрәк.
Быларҙы тыңлап ултырған ауыл башлығы Рөстәм Вахитов та ныҡ ҡыуанып ултырған - әл дә депутаттары шәп, ҡатын-ҡыҙҙы ҡәҙерләй белә.