Күрештек. Араларынан береһе ҡулды ебәрмәй торҙо:
"Мин - көтөүсе, һеҙ уҡыған кеше.
Мин ауылда, ә һеҙ ҡалала.
Һеҙҙең унда хәлдәр нисегерәк?
Ә беҙҙеке бигерәк алама".
Атаҡ, был ни Түләкте цитировать итә лә баһа, арабыҙҙа бында кем уҡымышлыраҡтыр әле.
Шулай итеп һушты алғайны ауыл ире. Ул Рәйес абзый Аҙнабаев булып сыҡты. Бер нимәгә битараф булмаған, һәр нәмәгә үҙ фекере булған ағай. Яҡшымбәттең бер алама яғын әйтергә тип (инде нисәнсе ҡабат!) Зариф Байғусҡаровҡа килгән. Дөрөҫөрәге, ауыл хакимиәтенә, аралашыу онлайн булды ла.
- Минең атай булды, үҙем бар, улым бар, тигәндәй. Атайым, күпме йәшәп тә, Яҡшымбәткә тиклем яҡшы юлды күрмәне, мин күрмәйем, улым да күрмәй. Берәй ҡасан беҙгә тиклем асфальт булырмы, бәлки, ейәнем булһа ла күрер ине, ә?
Зариф Закир улы әллә беренсегә ишетә был һорауҙы, аптырап ҡалғандай итте, күпме депутат булды, береһе лә ярҙам итмәне тигәне оҡшаманы ахры - ул үҙе икенсе сроктағы депутат.
- Был һорауҙы яҙып бирегеҙ. Нисә км унда?
- 18. Беҙҙең колхоз райондың 60% продукцияһын бирә, бында 12 ауыл урынлашҡан. Күпме тапҡыр зар илайбыҙ, юҡ, ошо Молокандан башланған 18 километрға асфальт таба алмайҙар.
- Һеҙҙең район етәкселеге ҡыймылдарға тейеш тәү сиратта, бөгөн бирелгән һорауҙарҙың барыһы ла урындағы власть хәл итә торғандар, миңә закондар сығарыу буйынса һорауҙар бирһәгеҙ ине.
Рәйес абзый был юлы шиғыр уҡыманы. Теләге булманы ахры. Йәл. Уҡыһа, килешер ине.