"Әсәй, ниңә улар буш һүҙ һөйләп, ялған вәғәҙәләр биреп, халыҡты алдап йөрөйҙәр, бер нимә лә эшләмәйҙәр?"- әсәйемде ошондай һорауҙар менән аптырата инем. Шул саҡ әсәйем миңә: "Улым, ҙур үҫерһең дә, депутат булырһың да, нисек эшләргә икәнен үҙең күрһәтерһең, йәме,"- тип яуап бирә ине. Әсәйемдең теләге ҡабул булдымы, әллә шул һүҙҙәре аллаһы Тәғәләнең "аминь" тигән мәленә тура килдеме, белмәйем, тик шулай ҙа депутат булып эш башлауыма инде нисә йыл икәнен теүәл генә әйтә лә алмайым. Иң тәүҙә ауыл биләмәһендә оҙаҡ йылдар депутат булдым, халыҡҡа ярҙам итергә, һорауҙарын кире ҡаҡмаҫҡа тырыштым. Шунан районға яңы башлыҡ килгән осорҙа, Нәүғәт ағай Хисмәтуллин: "Ҡустым, һин ауылдаштарыңа әүҙем ярҙам итәһең, эшеңде күреп торабыҙ, ниңә улай ауыл тирәһендә генә юғалып йөрөйһөң, әйҙә, районға депутат булып кил,"- тип тәҡдим яһаны. Районда ике йылдан артыҡ депутат булып торам...
Дамир Минияр улының әйткәндәре йома һанында гәзиттә тулыһынса баҫылды.