РФ Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров беҙҙең районда үткән Һабантуй байрамында беренсе тапҡыр түгел. Ул йыл да ихлас ҡатнаша һәм быйыл да ситтә ҡалманы. Зариф Закир улы буш ҡул килмәгән. Ул үҙенең исемле ҡул сәғәттәрен, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Әхәт Ҡотлоәхмәтов, райондың Почетлы гражданины:
- Быйыл районыбыҙҙа 18-се тапҡыр Һабантуй байрамы үткәрелде, әммә бындай ямғырлыһы тәүге тапҡыр. Ямғыр яуһа ла байрам һуңында ғына була торғайны. Был юлы сара башында уҡ ҡойҙо, әммә халыҡ бик әүҙем булды тип уйлайым. Миңә лә байрамда Зариф Закир улы бүләген алыу бәхете тейҙе. Ул халыҡ тарафынан һайланған депутат. Бер ваҡытта ла эре ҡыланғанын күргәнем юҡ, шул ябайлығын хөрмәт итәм. Мине онотмай, үҙ бүләген тапшырыуы минең өсөн мәртәбә булды. “Юшатыр” гәзите аша оло рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә халыҡтың яратҡан депутаты булып эшләргә яҙһын. Зариф Закир улына уңыштар теләйем.
Һабантуй хаҡында материал гәзиттә баҫылды.