Йүгермәй ҡара, Дума депутаты үҙе ярыша, шуға беҙҙекеләр ҙә, өҫтәре лыҡма һыу, ә бәғзеләренең йәше пенсияға сығырлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, Зариф Закир улы артынан ҡалышмаҫҡа тырыштылар. Уҙып китергә лә ярамай, бик артта ҡалыу ҙа килешмәй - тәртипте барыһы ла белә.
З. Байғусҡаров бер килгәс, йүгерештә ҡатнашып ҡына сикләнмәне, йәштәр менән осрашты, "Берҙәм Рәсәй" партияһына ҡағылышлы районда башҡарылған эштәргә күҙ йүгертте.
Барыһы ла һәйбәт кеүек, өҫтән ямғыр түгел, таш яуһа ла, алға барыу мотлаҡ. Субординация һаҡлауҙы ғына онотмаҫҡа кәрәк.