Все новости

Күҙгә-күҙ ҡарашыу

Әле районда бик мөһим ваҡиғалар бара. 

Күҙгә-күҙ ҡарашыу
Күҙгә-күҙ ҡарашыу
Район Советы депутаттары граждандарҙы ҡабул итә. Граждан тигәне, үҙҙәрен һайлап ҡуйған ауыл халҡы. Ярҙам итә аламы-юҡмы, ә кешене тыңларға кәрәк. Тыңлай белеү - үҙе талант. Ҡулынан килеп, кемгәлер файҙаһы булды иһә, үҙеңдең был тормошта юҡҡа йәшәмәгеңде тағы ла яҡшыраҡ аңлайһың.
Бахмутта Дамир Хәйбуллин депутат (бер Бахмутта ғына түгел, әллә нисә ауыл уның ҡарамағында). Бына әле лә, сираттағы тапҡыр, халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашты. Янда ярҙамға Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова ла бар, уның тәжрибәһе мул - ҡайҙа ғына эшләмәне лә ҡайҙа ғына йөрөмәне, шуға кәңәште төрлө йәһәттән бирә ала. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: