Бөтә яңылыҡтар

Тынғы бирмәгән һорау

Район советы депутаты Юлай Сәғитов яҡташтары менән осрашыу алып бара.

Тынғы бирмәгән һорау
Тынғы бирмәгән һорау

Әле ул Яңы Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында бихисап һорауҙарға яуап биреп тә өлгөргән. Таймаҫтар депутатҡа нисә йыл күңелдәренә тынғы бирмәгән шул бер үк һорауҙарын яңғыратты.
Юл, уның буйында гөрләп үҫкән ағастар, мәсеттең хәл торошо борсой уларҙы. Шулай уҡ Юлай Рәфҡәт улынан Р.Солтангәрев исемендәге гимназияла белем алған Шайморатов класы уҡыусыларына уҡтан атыу менән шөғөлләнеү өсөн уҡ, йәйәләр алып биреүҙә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеүен һоранылар.
Төштән һуң Юлай Рәфҡәт улы тыуған ауылы Ялсыҡайҙа ауылдаштары менән осрашасаҡ.
Осрашыу нисек үтеүен, ауылдаштар яҡташ депутаттарынан нимә һорағанын киләһе һанда уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: