Төрлө тармаҡ минстрҙарына үҙ һорауҙары менән Күмертау һәм Көйөргәҙе районы халҡы ҡабул итеүгә килде. Шуларҙың береһе Яҡшымбәт ауылы биләмәһе халҡы исеменән Азат Ғәлиев. Ул барыһын да борсоған Молокан-Яҡшымбәт юлы һорауы менән мөрәжәғәт итте.
- Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Регина Баҡыева иғтибар менән тыңланы.Был проблеманы үҙенә яҙып ҡуйҙы, мөрәжәғәт хатты һәм барлыҡ фотоларҙы ла үҙенә алды. Был һорауҙы ҡайтҡас та өйрәнермен һәм яуап бирермен тип вәғәҙә итте, - ти Азат Зөлфәҡәр улы.