Все новости
Экология
11 Мая 2018, 11:34

МИНИСТР ЯРҙАМСЫҺЫ ЛА ҠАТНАШТЫ

Яҡшымбәт ауыл хакимиәте май башында «Тормош ағасы» тигән акция үткәрҙе.

Яҡшымбәт ауыл хакимиәте май башында «Тормош ағасы» тигән акция үткәрҙе.

Ауыл советы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән берлектә 200 пирамидаль тирәк, 50 шыршы ултыртты. Был эштәрҙә Өфөнән килгән ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры ярҙамсыһы Ринат Фәтҡуллин да ысын мәғәнәһендә ең һҙғанып ҡатнашты.

Акцияға бәйле ултыртылған ағастар Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йорто янындағы паркка йәм өҫтөнә йәм генә өҫтәне.

Гөлшат БИКМАЕВА,

Яҡшымбәт ауыл хакимиәтенең

эштәр идарасыһы

Читайте нас: