Все новости
Экология
29 Июня 2018, 12:10

ҮТКӘНДӘР ҺАҒЫНДЫРА

Ни өсөн үткәндәр һағындыра, сөнки эсәр һыуҙарыбыҙ таҙа, йылға-күлдәребеҙ саф, тәрән, балыҡлы, өй тирә-яғыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ таҙа ине. Хәҙер килеп, культуралы йәшәйбеҙ, тип сүп-сарға батып ултырабыҙ.

Ни өсөн үткәндәр һағындыра, сөнки эсәр һыуҙарыбыҙ таҙа, йылға-күлдәребеҙ саф, тәрән, балыҡлы, өй тирә-яғыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ таҙа ине. Хәҙер килеп, культуралы йәшәйбеҙ, тип сүп-сарға батып ултырабыҙ.

Рәсәй буйынса йылына сүп-сар 400 миллиард тонна тәшкил итә икән, ошо күләмдең 8 проценты ғына эшкәртелә. Ул хәтлем сүп-сарҙы таҙартыу өсөн Рәсәйгә 238 завод кәрәк.

Сүп-сар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Элек ауылдарҙа һыйыр тиҙәген баҫып, уны кирбес һымаҡ һуғып, киптереп яғыулыҡ итеп тотоналар ине. Һыу буйҙарында ағастар ҙа сереп ятмай ине, сөнки ул газ сығарып, кислородты ашай, һауаны бысрата. Хәҙер килеп полиэтилен тоҡсайҙар, тоҡтар, шешәләр бөтөн донъяны баҫып алып бара. Элек, араҡы шешәләре юҡ саҡта, араҡыны 200 литрлы тимер мискәлә алып килә инеләр, ул мискә магазин эргәһендә, тышта тора торғайны, кәрәк саҡта һатыусы мискәнән күнәккә ағыҙып ала ла, минзурка менән үлсәп һала ине. Һәр кем кәрәгенсә алып китә торғайны. Беҙ уҡыған саҡта ҡағыҙ, сепрәк, һөйәк йыйырға задание бирәләр ине, уны йыйыусыһы була, ул беҙгә ҡармаҡ, тәтәй уйынсыҡтар, һыбыҙғы, бер һүҙ менән әйткәндә, ширпотреб менән түләй ине. Хәҙер ул ҡағыҙҙы, полиэтилен тоҡсайҙарҙы, шешәләрҙе йыйыусы ла юҡ. Ысын булһа, ошо полиэтилен нәмәләр ерҙә 300 йыл буйына серемәй ята, тиҙәр. Ул полиэтилен нәмәләрҙе аҡса яуы тип тә була, ошо йылдың май айының 24-ендә ҙур трактор менән сүплекте таҙартырға булдыҡ, ундағы шешәләрҙе күреп иҫ китте, бына ҡайҙа ул халыҡтың аҡсаһы. Химия заводтарына аҡса эшләйбеҙ, улар ағыу сығара. Хәҙер килеп баҫыуҙарҙы ҡайһылай ҙа ағыулайбыҙ.

Иң тәүҙә үҫһен тип, ашлама һибәбеҙ, шунан килеп сүп-сарҙы юҡ итәбеҙ тип, ағыу һибәбеҙ. Ашлыҡ былтыр мул булды, файҙаһы әллә ни теймәне. Хәҙер килеп баҫыуҙа селәүсен дә юҡ. 1957 йылда һабансы булып эшкә сыҡтым, ул саҡта һабанды тағылмалы трактор һөйрәтә, һабансы шул һабанда ултырып йөрөй ине. Уны көйләп бараһың, ике руле була торғайны, тәрәнлеген самалап, тигеҙ итеп алып бараһың. Баҫыуҙар ҡыйлы ине, уның ҡарауы ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, ҡуян тубығы тигән үҫемлектәр менән тамаҡ туйҙыра инек. Өйҙән бер көлсә, бер 0,5 литр һөт. Көнө буйына шуны еткерер кәрәк. Әлдә Ер-Әсә шул үҫемлектәрҙе йәлләмәй үҫтерә ине. Сменаға йәйәүләп йөрөйбөҙ, трактор ҡайҙа, шунда барыр кәрәк. Туғай Кинйәһе тракторсылары Яҡупҡа киләләр, беҙ Кинйәне үтеп китеп Кузьмин тауы тигән ергә бара инек.

Хәҙер гигиена тип икмәктәрҙе полиэтилен тоҡсайға төрөп килтергән булалар. Магазиндарҙа печенье һымаҡ ашамлыҡтарҙы тик ҡағыҙ коробкала ғына килтерәләр. Эсендәге нәмәһе бөтһә, өр-яңы тартмаларҙы сығарып ташлайҙар йә утҡа яғалар. Элек ошо картондарҙы, прокладка яһарға булһа, таба алмай торғайныҡ.

Дөйөмләштереп әйткәндә, киренән буш шешәләрҙе йыйырға, макалатураларҙы йыйып тапшырырға кәрәк, китаптарҙан башҡаһын. Ҡайһы бер кешеләр бар китаптарҙы ла сығарып ташлай, ташламағыҙ китаптарҙы. Берәй китапханаға йәки берәй дауаханаға илтеп бирегеҙ. Мин үҙемдең шәхси китапханамда йыйылған рус телендәге китаптарымды Күмертау дауаханаһына илтеп бирҙем. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәтте, ерҙе, һыуҙы, урмандарҙы һаҡлайыҡ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора.


Читайте нас: