Все новости
Экология
30 Января 2021, 14:30

ҠАРҘАР ЯУА

Ашыҡмайса өйөрөлөп,Ынйы ҡарҙар яуа күктән.Әйтерһең дә, бөтә ғаләмТылсым - серле бәүелсәктә.

Ашыҡмайса өйөрөлөп,
Ынйы ҡарҙар яуа күктән.
Әйтерһең дә, бөтә ғаләм
Тылсым - серле бәүелсәктә.
Ҡарҙар яуа. Ял итә ер,
Уранып аҡ юрғанына.
Елдәр ҙә юҡ донъя гиҙгән,
Суҡ йүгәнле юрғаһында.
Ҡарҙар – муллыҡ билдәһе ул,
Яуһын, булһын бурандар ҙа.
Һутлы булһа ҡара тупраҡ,
Ашлыҡ ташыр бураларҙа,
Мал ишәйер ҡураларҙа.
Рәмилә КУЖАКОВА
Иҫке Мораптал ауылы
Читайте нас: