Экология
25 Сентября 2021, 05:44

Бергә йәшәүе рәхәт

Бөгөн Ер шары, бөтә ғаләм беҙгә рәхмәт уҡырға тейеш - һәммә ерҙә ағастар ултыртыу акцияһы бара. Районда, уйын эш түгел, 130 ағас-ҡыуаҡтар ултыртыла. 

Бергә йәшәүе рәхәтБергә йәшәүе рәхәт
Бергә йәшәүе рәхәт
Мәҙәниәт һарайы янында йыйылышып, кем ҡайҙа бара тигәнгә оҡшаш кәңәшмә үткәрелгәс, барыһы ла тәғәйен урындарын таралышты. Байтаҡ халыҡ мәсет янына китте - бында ағас ултыртыу беренсегә башҡарылмай, элеккеләренең ҡайһы берҙәре үлде. Шуғалырмы, әле был эшкә ныҡлап тотондолар, иң алда башлыҡ урынбаҫары Тимур Иҙрисов йөрөй, һөнәре буйынса юрист булһа ла, әллә элекке тормошонда лесник булған, әрләп тигәндәй, һәр береһен өйрәтә. 
- Беҙ Илкәнәйҙә 4,5 мең төп ағас ултырттыҡ, береһе лә ҡороманы, рәтен беләм,- башҡалар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды, Тимур Нәсибулла улының холҡон беләләр - ҡаршы тороп ҡара. Бер ҡарағай эләкте, уныһы ҡушарлап үҫкән, ҡалайтырға быны, Юлай Ильясов та хатта аптырап ҡалды. Тимур Иҙрисов һә тигәнсе килеп етте - теймәгеҙ, айырмағыҙ, шул көйө ултыртығыҙ, икене бергә тыҡһаң, яҡшыраҡ була. 
Тыҡтылар. Ысынлап та, бергә-бергә, ҡосаҡлашып ҡына, үҫһендәр, бергә булһаң, йәшәүе рәхәт. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас