

Нина ЖЕЛЕЗНАЯ, Күмертау ҡалаһының баш архитекторы:
- "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә Күмертау ҡалаһында 230 ағас ултыртылды, уларҙың күпмеһе үҫеп китер әлегә билдәһеҙ, ғөмүмән, ағастарҙың күпмеһе ҡороған, күпмеһе үҫеп киткәнен асыҡ ҡына әйтә алмайбыҙ, акция барышында ҡороған ағастарҙы яңы үҫентеләргә алмаштырып ултыртабыҙ. Ағастарҙы тәрбиәләү, һыу ҡойоу өсөн, ҡаланың юл-йәшелләндереү эштәре муниципаль унитар предприятиеһы яуаплы.
Был хаҡта тулы материал үткән һанда баҫылды.