Все новости
Электрон хаттар
8 Мая 2018, 12:05

Аҡһары тимурсылары

Аҡһары тимурсылары бигерәк шәп. Улар уҡытыусылары Айгөл Күскилдина менән ауыл ағинәйҙәренә ярҙамға килгәндәр.

Аҡһары тимурсылары бигерәк шәп. Улар уҡытыусылары Айгөл Күскилдина менән ауыл ағинәйҙәренә ярҙамға килгәндәр. Инсаф Мифтахов, Линар Сәғҙиев, Самат Абукаев, Дина һәм Дмитрий Артюхиндар, Данис Килдебаев ишек алдын, haрай янын тырматҡан. Аҙаҡ, эш бөткәс, уйнарға ярай, тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, бәлеш, тәмлекәстәр менән сәй эсеп тә алғандар.

Аҡһары ағинәйе Гөлсөм Сәлиховаға нисек ярҙам иткәндәре тураһындағы видеояҙманы интернет селтәрендәге ВК-лағы «Юшатыр» төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: