Все новости
Электрон хаттар
8 Мая 2018, 12:12

ҠАЛАНАН ДА КИЛДЕЛӘР

Холодный Ключ ауылы зыяратында алдан планлаштырылған буйынса өмә үтте.

Холодный Ключ ауылы зыяратында алдан планлаштырылған буйынса өмә үтте. Изге эш башҡарырға ауыл халҡы ғына түгел, ә ҡаланан да килеүҙәре һөйөндөрҙө. Иллегә яҡын кеше берҙәм генә таҙартып, һә тигәнсе йыйыштырып та ҡуйҙы. Сүп-сар түгеү өсөн техника менән дә ярҙам иттек. Ошо уҡ көндө Шәбағыш быуаһын да таҙартырға өлгөрҙөк. Шулай берҙәм, күмәк эштең генә сауабы күп була, ти бит халыҡ. Изге эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Әлфиә ХАНБӘКОВА,

Шәбағыш ауыл советы

хакимиәте башлығы

Читайте нас: