Все новости
Электрон хаттар
8 Мая 2018, 12:04

АУЫЛЛЫБЫҘ ТАҒЫ ЛА ЙӘМЛӘНЕР

Хөрмәтле «Юшатыр»ҙар! Гәзитегеҙҙе гел һағынып көтөп алам. Бик матур, йөкмәткеһе бай, юмор аша яҙылған материалдарығыҙ бигерәк тә оҡшай. Артабан да шулай эшләргә яҙһын һеҙгә. Бөгөн үҙем дә ауылым тураһында бер бәләкәй генә мәҡәлә яҙып, «Юшатыр» аша ауылдаштарыма оло рәхмәтемде белдергем килә.

Абдул ауылында һуңғы ике айҙа ғына биш кеше теге донъяға китеп барҙы. Быйыл ҡыш зерә һыуыҡ булды бит, ер туң. Ярар, халыҡ берҙәм, туң ҡаты ерҙе күмәкләшеп ҡаҙҙылар. Ахыры, кәңәшләшеп, хәйер аҡсаларын йыйып, ер ҡаҙа торған ҡорал алырға булдылар - алда тағы әллә ниндәй ҡыш булыр, Хоҙай белә. Һәм муллабыҙ Илдар Усманов Мәләүезгә барып (Күмертауҙа тапмаған), уны һатып алып та ҡайтты. Хаҡы ла матур - 13 мең һум. Нимәһе ҡыуандыра: халыҡ берҙәм, муллабыҙ ҙа бына тигән. Мәсетебеҙгә йәше лә, ҡарты ла йөрөй. Хәҙрәтебеҙ Илдар бик белемле бала, динде таратыуҙа тап шундайҙар кәрәк халыҡҡа. Һәм халыҡҡа ла рәхмәт, Абдулдан ситтә йәшәгәндәр ҙә аҡса биреп тора, тыуған төйәген онотмай. Быйыл, Алла бирһә, зыяратты кәртәләп алһаҡ, ауылыбыҙ тағы ла йәмләнер. «Юшатыр» аша барса Абдул халҡына, Илдар хәҙрәткә рәхмәт әйтәм. Артабан да шулай берҙәм булһаҡ, дин дә, дан да, нан да булыр.

Миңнур СӘЙФЕТДИНОВА
Абдул ауылы

Читайте нас: