Юшатыр
-13 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Электрон хаттар
8 Май 2018, 12:07
ЙӘМЛЕ АУЫЛЫМ
Шәкүр хәҙрәт, Абдулла абзый, Ғайса абзый етәкселегендә 5 майҙа Яңы Мусала өмә үткәрҙеләр.
Шәкүр хәҙрәт,
Абдулла абзый, Ғайса абзый
етәкселегендә 5 майҙа Яңы Мусала өмә үткәрҙеләр. Көн шундай матур булды. Күмертау, Мәләүез, Салауаттан да ауылдаштар ҡайтҡандар.
Илшат Вәлиев, Диҡәт Заһиҙуллин, Ғәзинур Исмәғилев, Ғәлим Туҡтаров, Дамир Баҡыев, Минефәр менән Минехаяр Әминевтар
һәм башҡалар зыяратты сүптән таҙартты. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кәртәләрен буяп, матурлап ҡуйҙы. Бына ошо кешеләр арҡаһында ауылыбыҙ артабан да йәшәр, гөрләп торор әле. Улар йәш быуынға ата-бабалар йолаһын дауам итергә өйрәтә. Тиҙҙән ауылыбыҙҙа мәсет тә булыр әле. Изге урында, элекке мәктәп урынында уның нигеҙе әҙер ҙә инде.
Серен һөйләп ҡаршы ала
Ҡарабояҫҡан күперҙәрем.
Күтәрелһәм, Фазлый тауым,
Ҡарап тора Әбзелгәнем.
Нәбил ШӘРӘФЕТДИНОВ
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: