Все новости
Электрон хаттар
11 Мая 2018, 11:15

ЗЫЯРАТЫБЫҘ КҮРКӘМЛӘНДЕ

Кинйәбай ауылында 9 май көндө зыяратта өмә үткәрелде.

Кинйәбай ауылында 9 май көндө зыяратта өмә үткәрелде. Изге эш башҡарыуҙа бар халыҡ та әүҙем ҡатнашты. Аҙаҡ мулла саҡыртып әрүәхтәр рухына Ҡөрьән уҡытылды, хәйерҙәр таратылды. Өмәгә килгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт.

Гүзәл ҒӘББӘСОВА,

Кинйәбай ауылы


РӘХМӘТЕМ ҺӘМ ТЕЛӘГЕМ

Ҡәҙерле ауылдаштарым! Хөрмәтле кинйәбайҙар!
9 май көндө ауылыбыҙ зыяратын өмәгә сығып таҙартҡанығыҙ өсөн бик ҡыуандым. Изге эш эшләгәнһегеҙ. Унда бит һәр ғаиләнең нәҫел-нәсәбе ята. Был сарағыҙ йолаға, традицияға әйләнеп китһен ине. Бүтән милләттәр зыяраттарға бик иғтибарлы. Яҡшы ғәҙәтте отоу һәйбәт ул!
Йәнә бер хыялым, хатта ки заказым бар әле һеҙгә. Зинһар, ауылдың бер-ике шишмәһен рәткә килтерегеҙ! Бәләкәй генә ауылда ете шишмә бар бит. Водокачкаға ғына һалышмағыҙ. Һыу малдарыбыҙҙы, үҙебеҙҙе һуғара. ҠАҘАРМА, Рәшит Шәкүр ағай билдәләүенсә, ҺЫУЛЫ ТӨБӘК тип атала икән ул. Кинйәбайҙың икенсе исеме Ҡаҙарма бит!

Тамара ҒӘНИЕВА,

шағирә Өфө ҡалаһы


Читайте нас: