18 майҙа Күгәрсен районы Бәндәбикә хөрмәтенә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ойошторған республика автоуҙыш ҡатнашыусыларын ҡабул итте.
Күмертау ҡалаһынан Республика ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзаһы, РПЛИ директоры Рима Ғөбәйҙуллина, 13-сө мәктәп директоры Әнисә Түләгәнова, 3-сө БРГИ-ның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Усманова, Күмертау ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Мөнәүәрә Мырҙағолова автоуҙышҡа ҡушылды. Сараның маҡсаты ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге абруйын күтәреү. Автоуҙыш барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған гүзәл зат вәкилдәре һәм уларҙың ғаиләләренә социаль-психологик ярҙам ойоштороу ҡаралған.
Автоуҙышсылар Мәҡсүт ауылында урынлашҡан Бәндәбикә кәшәнәһе тирәләй миләш ағастары ултыртты, легендаһын тыңланы, зыярат ҡылып, аяттар бағышланы, Бәндәбикә шишмәһенең һыуын уртланы. Изге Рамаҙан айында башҡарылған был изге эш, музейҙар көнө менән бер көнгә тура килде. Сарала ҡатнашыусылар Туйымбәт ауылындағы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның һәм Хоҙайбирҙин ауылындағы дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейҙарына ла сәфәр ҡылды.