Тәлиғә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина оҙаҡ йылдар Аллабирҙе мәктәбендә математика фәнен уҡытты. Уҡыусылар уның дәрестәрен көтөп ала, яратҡан уҡытыусылары менән математика серҙәрен аса ине.
Көйөргәҙе районының элекке Бабич (Шишмә) ауылы ҡыҙы Аллабирҙелә үҙ бәхетен таба, Ниғәмәт Мөхәммәт улы Баймырҙин менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өсөһөн дә башлы-күҙле итеп, тормошта нығынып китергә булышалар. Бөгөнгө көндә лә балалары ата-әсәнең ярҙамын тойоп йәшәй. Ейәндәре Илмир олатай менән өләсәйҙе бүләсәр менән ҡыуандырҙы.
Уҡытыусым Тәлиғә Фәсхетдин ҡыҙы – мәктәптең көтөп алынған ҡунағы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәктәптәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ейәнсәре Элинаның уҡыуы менән ҡыҙыҡһына. Көҙгә беренсе класҡа барыусы ейәне Данистың байрамдары ла оҡшай ҡәрсәй кешегә.
Фотола: Ейәне Данистың мәктәпкәсә төркөм менән хушлашыу тантанаһында һәм килене Ригина менән.