Юшатыр
+3 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Электрон хаттар
19 Июня 2018, 11:42
АБРУЙЛЫ АТАЙҘАР
Яҡут китапханаһында Атайҙар көнө уңайынан ике оло йәштәге атайҙы - Рафиҡ Солтан улы Ҡәҙерғәлин менән Карамат Әҙеһәм улы Аҙнабаевты ҡотланыҡ.
Яҡут китапханаһында Атайҙар көнө уңайынан ике оло йәштәге атайҙы - Рафиҡ Солтан улы Ҡәҙерғәлин менән Карамат Әҙеһәм улы Аҙнабаевты ҡотланыҡ.
Уларҙың ғаиләһе йәш быуынға үрнәк булып тора.
Рафиҡ
һәм
Насибә Ҡәҙерғәлиндар
биш ул, ә
Сажиҙә
менән
Карамат Аҙнабаевтар
дүрт ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Тик бына, ҡыҙғанысҡа, Сажиҙә апай ғына яҡындарын ташлап арабыҙҙан китеп барҙы. Рафиҡ, Карамат ағайҙар йәш ваҡыттарынан бергә дуҫ булып, ошо колхозды алып барыусылар. Өйләнешкәс тә, ғаиләләре менән бергә бер-береһенән үрнәк алып йәшәйҙәр. Бөгөнгө байрам көнөндә лә иҫкә алырлыҡ хәтирәләре күп ине уларҙың. Карамат ағай үҙенең бик көтөп алған төпсөк улы тыуғас, ул ваҡытта Йылайыр районында көтөү көтөп йөрөгән ерҙән, хәбәрҙе ишеткәс тә аты менән саптырып шул хәҙәрем ерҙән ҡайтып етә. Ишле ғаилә, балаларҙы күтәрер өсөн төрлө эштә эшләргә тура килде, тип һөйләй Карамат ағай. Ә Рафиҡ ағайыбыҙ ун ике йәшенән эшләй башлап, ниндәй ерҙәрҙә генә эшләмәгән. Ошо көндәрҙә Рафиҡ ағайыбыҙ үҙенең ҙур юбилейын билдәләргә йыйына, беҙ инде ҡотлап та ҡуйҙыҡ ағайҙы. Киләсәктә был ғаиләләргә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙаҡ йәшәгеҙ, тип теләп, иҫтәлеккә бүләктәр, уҡырға китап бирҙек.
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА
Яҡут ауылы
Читайте нас: