Все новости
Электрон хаттар
17 Июля 2018, 11:36

ТЕҮӘЛ ИЛЛЕ ЙЫЛДАН ҺУҢ

Йәмле йәйҙең 14 июлендә Яманһары 8 йыллыҡ мәктәбен 1976 йылда тамамлаусы элекке уҡыусылар, балалыҡ, йәшлек йылдарын иҫкә алып, осрашыу үткәрҙе.

Йәмле йәйҙең 14 июлендә Яманһары 8 йыллыҡ мәктәбен 1976 йылда тамамлаусы элекке уҡыусылар, балалыҡ, йәшлек йылдарын иҫкә алып, осрашыу үткәрҙе.

Был көндө Яманһары ауылы янындағы ҡайынлыҡ урманы аҡланы осрашыуға килгән класташтар тауышынан гөрләп торҙо. Осрашыу осраҡлы ғына түгел, быйыл беҙҙең беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫыуға, 1-се класҡа уҡырға барғанға теүәл 50 йыл. Бына шундай датаны һайланы класташтар осрашыу өсөн. Ә инде 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлауға 42 йыл тулып үткән.

Әлбиттә, был осрашыуға тәүге уҡытыусыбыҙ — Баныу Мөхтәр ҡыҙы Собханғолованы ла саҡырҙыҡ, шулай уҡ класс етәксебеҙ Гәүһәр апа Баянова һәм инглиз теле уҡытыусыһы Рабиға Шәрифйән ҡыҙы Ильясова ла осрашыуға килеп ҡыуандырҙылар. Уҡытыусыларыбыҙ менән бергә бала саҡты, мәктәп йылдарын иҫкә алып, күңелле итеп үткәрҙек был көндө. Бала саҡта өйрәнгән йырҙарҙы иҫкә төшөрөп йырлап, бейеп, рәхәтләнеп күңел астыҡ, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫләп көлөштөк. Әлбиттә, бар класташтар ҙа төрлө сәбәптәр, тормош мәшәҡәттәренә бәйле килә алманы. Мәктәп йылдарында беҙҙең класс иң ҙуры булды. Башланғыс кластарҙа 22 бала уҡыһаҡ, 4-се класҡа килгән 33 уҡыусы инек, сөнки күрше Яманғол ауылынан балалар беҙҙең мәктәптә уҡыуҙарын дауам итә ине ул саҡтарҙа. Беҙгә төплө, яҡшы белем биргән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларҙың артабан да шулай дәртле-дарманлы, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ.

Был осрашыуҙан барыбыҙ ҙа көс-ҡеүәт алып, артабан да йышыраҡ күрешеп, осрашып торорға килешеп, ҡәнәғәт таралыштыҡ. Алда ла бындай осрашыуҙар булып торһон, класташтар.

Әлбиттә, был сараны ойоштороусылар: Рәмил һәм уның тормош иптәше Менәүәрә Урманцевтар, Резида Ильясова, Филүзә Түләгәнова, шулай уҡ Хәким менән Зөлфиә Сынбулатовтарға ҙур рәхмәт әйтке килә.

Гөлназ ӘМИРҒӘЛИНА
Яманһары ауылы


Читайте нас: