Все новости
Электрон хаттар
18 Сентября 2018, 10:10

БАШ ҠАЛАБЫҘҒА ҺОҠЛАНА, ҺОҠЛАНА…

15 сентябрь көндө район мәғариф бүлеге, мәғариф бүлеге профсоюзы мәктәптәр директорҙары менән балалар баҡсалары етәкселәре өсөн Өфөгә экскурсия ойошторҙо.

15 сентябрь көндө район мәғариф бүлеге, мәғариф бүлеге профсоюзы мәктәптәр директорҙары менән балалар баҡсалары етәкселәре өсөн Өфөгә экскурсия ойошторҙо.


Экскурсияның маршруты ВДНХ Экспо бинаһында урынлашҡан интерактив музей, Дуҫлыҡ Монументы, Салауат Юлаев һәйкәле һәм Мәжит Ғафури исемендәге драма театры ине.

Өфөгә килеп еткәс тә, ВДНХ-ға юлландыҡ. Бында заманса йыһазландырылған, интерактив музей булдырылған. Барлыҡ ял итеүселәрҙең теләге буйынса, Романовтар дәүерен тыңланыҡ. Экскурсовод бик ҡыҙыҡлы һөйләне, әйтерһең дә, беҙ үҙебеҙҙе шул осорҙа итеп хис иттек. Артабан Дуҫлыҡ Монументына юл тоттоҡ. Дуҫлыҡ Монументы — башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы, 1965 йылда шуның хөрмәтенә Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл. Өфөлә әллә күпме булһаҡ та, янына уҡ килеп ҡараған юҡ ине әле. Иҫтәлеккә тағы ла әллә күпме фотоға төшөп, сәйәхәтебеҙҙе артабан дауам иттек. Баш ҡалабыҙға һоҡлана, һоҡлана Салауат Юлаев һәйкәленә юл тоттоҡ. Шул ерҙә ниндәйҙер мөғжизә бар һымаҡ.

Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора. Халыҡ шығырым тулы ине, ниндәй генә милләт вәкилдәрен күрмәҫһең бында. Фонтан ҡырында, тирмәләр янында, һәйкәл тапҡырында, Ағиҙел йылғаһы күренешендә фотоға төшкәндән һуң, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрына юлландыҡ. Бында билдәле яҙыусы Гүзәл Яхина әҫәре буйынса ҡуйылған «Зөләйхә күҙҙәрен аса» спектаклен ҡараныҡ. Зөләйханың асылған күҙҙәре аша тарихҡа байҡау. Золом ҡорбандары яҙмышы ғына түгел, ә ил үткәне. Кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә оҙатылған Зөләйха Вәлиеваның яҙмышы - үткән быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостандағы төпкөл ауылдарҙа көн иткән бихисап ғаиләләргә хас осраҡтарҙың береһе. Улай ғына түгел, был спектакль ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә лә кешелек сифаттарын юғалтмағандар тураһында ине...

Беҙҙең баш ҡалаға сәйәхәтебеҙ, ялыбыҙ тарихҡа бәйләнгәйне. Романовтар дәүеренән алып, Башҡортостандың бөгөнгөһөнә тиклемге тарихына байҡау яһаныҡ. Коллегаларымдың күбеһе баш ҡалала юғары белем алған, күңелле студент тормошо нәҡ ошо Өфө ҡалаһында үткән. Берсә ғорурланып, берсә моңайып хәтирәләргә лә бирелеп алдылар.

Ошо ялды ойошторғаны өсөн, барлыҡ коллегаларым исеменән, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға һәм профсоюз етәксеһе Александр Степанович Самсоненкоға бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Читайте нас: