Уҡыу башында мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова белем усағыбыҙҙың тирә-яғын яңы рәшәткәләр менән уратасаҡтарын белдергәйне. Оҙаҡ көттөрмәй был эшкә тотондолар ҙа. Мәктәп территорияһын уратыу өсөн киткән сығымдар өсөн Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Рәмил Ғиләж улы Туҡаев матди ярҙам күрһәтте. Оҫталарҙы эшкә йәлеп итеүҙе Мораптал ауыл советы башлығы Асҡар Исат улы Кинжалеев үҙ өҫтөнә алды. Ошондай эштәр, ни тиһәң дә, коллектив көс талап итә. Ауылдаштарыбыҙ Рәшит Сәғитов, Илһам Ҡужаҡов, Илдар Шәмсетдинов кәрәкле материалдарҙы алып ҡайтыуҙа, ә Урал Ғәлимов, Фәһим Мөлөков, Марат Ҡужаҡов, Нәүғәт Ниғмәтуллин ҡороған ағастарҙы киҫеү һәм ташыу эштәрендә бер һүҙһеҙ ярҙамға килделәр.
Һөйөнөс өҫтөнә һөйөнөс тигәндәй, Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы хәстәрлеге менән тиҙ арала тағы ла бер ҙур эш атҡарылды: мәктәп эсенә йылы һыу һәм бәҙрәф тә эшләнелде. Был яңылыҡты барыбыҙ ҙа, айырыуса кескәйҙәребеҙ, шатланып ҡабул итте. Эш күмәкте ярата шул, был эштәрҙе еренә еткереп ҡуйыу өсөн ата-әсәләр өмәгә килде. Рәлиф Ниғмәтуллин, Эргис Хәсәнов директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары, оҫта ҡуллы егет - Илгиз Илдус улы Мәҡсүтов етәкселегендә һыу үткәреү эшендә ярҙам итһә, Илдар Шәмсетдинов, Альбина Хәсәнова, Рәлиә, Лилиә, Юлиә Шәмсетдиновалар бәҙрәф бүлмәһен ремонтлауҙа, рәшәткәләрҙе буяуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте. Мәктәбебеҙҙә балаларыбыҙ өсөн ошондай уңайлыҡтар булдырыуҙа хәстәрлек күргән етәкселәребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм һәм үҙҙәренә, ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ теләйем. Ә инде уҡыусыларға берҙәм, татыу булып, тырышып уҡырға ғына ҡала...