Был көндө китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы әкиәт иленә саҡырҙы. Унда төрлө викториналар, башватҡыстар булды. Кескәйҙәр күмәкләп “Әкиәт эҙҙәре буйлап” тигән ҙур картина ла төшөрҙөләр, ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа бик теләп ҡатнаштылар. Бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө уйындар уйнап шатланғанда, уларҙың ата-әсәләре менән район мәғариф белгестәре, Ермолаевоның 1-се һәм 2-се мәктәптәре психологтары, “Батыр” балалар баҡсаһы белгестәре бик ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булған актуаль темаларға һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Эскелек буйынса Күмертау наркология бүлеге мөдире Эльвира Зиатдинова йәнле әңгәмә ойошторҙо. Шулай уҡ был көндө “Наркотиктарға – юҡ!” тигән ролик та ҡаранылар.