Все новости
Электрон хаттар
30 Октября 2018, 11:24

КАДЕТТАР ИЛҺӨЙӘРЛЕККӘ ӨЙРӘНӘ

Аҡһары мәктәбе директоры Рида Ибәт ҡыҙы Искәндәрова яңы ғына ойошторолған кадет класы уҡыусыларын районыбыҙҙың Кинйә ауылында урынлашҡан Кинйә Арыҫланов музейына экскурсияға алып барҙы.

Аҡһары мәктәбе директоры Рида Ибәт ҡыҙы Искәндәрова яңы ғына ойошторолған кадет класы уҡыусыларын районыбыҙҙың Кинйә ауылында урынлашҡан Кинйә Арыҫланов музейына экскурсияға алып барҙы.


Балаларҙы оло быуын кешеләре менән аралашырға, уларҙың нәсихәттәрен иғтибарға алып, хөрмәт итергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тотhондар өсөн, беҙҙе, ағинәйҙәрҙе лә алып барҙы. Сәйәхәт шул тиклем йөкмәткеле үтте, музейҙың яңы етәксеhе Фәнис Мансур улы Рахманғолов балаларҙың бер hорауын да яуапhыҙ ҡалдырманы, ентекләп төшөндөрөп, hөйләп аңлатты. Бик ҙур рәхмәлебеҙ уға. Шулай уҡ балалар ошо ауылдан сыҡҡан өс Советтар Союзы Геройының тормошо, ҡаһарманлыҡтары менән яҡындан танышты. Халҡыбыҙҙың иле алдындағы батырлыҡтарына ғорурланып, әйтеп бөтөргөһөҙ тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайттыҡ Аҡһарыға. Музейҙа бынан тыш халҡыбыҙҙың элекке тормош-көнкүрешенә арналған экспонаттар ҙа бар, улар менән танышыу балалар өсөн үҙенә күрә бик ҙур асыш булды.

Беҙ, ололар, шудай эстәлекле, онотолмаҫ сәйәхәт бүләк иткәне өсөн Рида Ибәт ҡыҙына бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: