Все новости
Электрон хаттар
2 Ноября 2018, 12:24

КОМСОМОЛДАР ЙЫЙЫЛЫШТЫ

Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда комсомол йыйылышы үткәрҙек.

Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда комсомол йыйылышы үткәрҙек. Унда беҙ хәс тә боронғоса итеп, көн тәртибен булдырып, доклад менән сығыш яһаныҡ. Комсомолдың 100 йыллыҡ юбилейы тураһындағы доклад менән Нәсимә Шәмсетдинова сығыш яһаны. Унан һуң килгән ҡунаҡтар — Р. Р. Юлбарисов, Р. Ф. Рәжәпов, М. М. Төхвәтуллина, Ф. Ш. Шәмсетдинова һәм Н. Рәхмәтуллиналар ҙа телмәр тотто. Шулай уҡ был көндө балаларға комсомолдар тураһында кинофильм да күрһәтелде.
Читайте нас: