Все новости
Электрон хаттар
6 Ноября 2018, 10:57

«КӨҘГӨ БАЛ»

Һәр миҙгелдең үҙенә күрә сихри матурлығы бар.

Һәр миҙгелдең үҙенә күрә сихри матурлығы бар. Көҙҙө генә миҫалға алһаҡ: емеш-еләктең өлгөргән сағы, тәбиғәттең моңһоу һәм серле итеп йәй менән хушлашыуы үҙе бер әкиәт донъяһындай. Беҙ, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары, йыл да ошо мәлдә «Көҙгө бал» ойошторабыҙ.


Быйыл да сараны матур, сағыу, күңелле итеп үткәреү яуаплылығы 9-сы cиныфҡа бирелде. Улар был бурысты бик яҡшы үтәне. Байрам матур көҙгө вальс бейеүенән башланып китте, унан һуң командалар йәрәбә менән кем нисәнсе булып сығыш яһағанын белгәс, сараның иң ҡыҙыҡлы мәле башланды. Беренсе конкурс «Визитка» тип аталды. Бында һәр класс үҙенең командаһы менән таныштырып үтергә тейеш ине. 11-се синыф уҡыусылары «Миләштәр» булһа, 10-сы синыф «Бәшмәктәр», ә 9-сылар «Баклажандар» тип аталды. Сара гимназия сиктәрендә генә үтһә лә, уҡыусыларҙың етди әҙерләнгәндәре беренсе сығыштан уҡ күренеп торҙо. Киләһе ярышта командаларҙың капитандарына төрлө йомаҡтар һәм ирекмәндәр йылына бағышланған һорауҙар бирелде. Ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарҙы ишетеп, тамашасылар тирә-яҡ мөхитебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа икәнлеген аңланы. Өсөнсө бәйгелә уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Мәҫәлән, 11-се синыф уҡыусылары дәртле, заманса бейеү күрһәтһә, 10-сылар йыр башҡарҙы, 9-cы синыф уҡыусылары ҡыҙыҡлы сәхнәләштереү менән тамашасыларҙың күңелдәрен күтәрҙе. Байрамдың иң матур, нәфис мәле - «Дефиле» конкурсы булғандыр. Был ярышта ҡыҙҙар һәм егеттәр көҙ темаһына арналған үҙенсәлекле, сағыу, матур күлдәктәрен, костюмдарын ысын моделдәр һымаҡ тамашасыларға күрһәтеп, күҙ яуын алдылар. Әйтеп үтергә кәрәк, был костюмдарҙы гимназистар үҙ ҡулдары менән эшләнеләр. Аҙаҡҡы конкурсыбыҙ «Өй эше» тип аталды. Уҡыусылар баҡсала уңған емештәрҙән әкиәт персонаждарын, төрлө-төрлө йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе һүрәтләп, оҫта ҡуллы булыуҙарын иҫбатланы. Жюри ағзаларына иң-иңдәрен һайлауы бигерәк тә ҡыйын булғандыр, сөнки һәр бер команда үҙенә күрә 1-се урынға лайыҡ ине. Ә шулай ҙа тәбиғәттең һәр бер тәьҫиренә сыҙам булған, ҡышҡы һыуыҡта ла матур булып ҡала алған, 3-сө йыл рәттән ал бирмәгән «Миләштәр» командаһына 1-cе урын бирелде. Ә шаян, үткер, йор һүҙле 9-сы һәм 10-сы синыф уҡыусылары 2-се урынды үҙ-ара бүлеште.

Был мөғжизәле сараны үткәргәндә музыкаль яҡтан ярҙам итеүсе Йәүҙәт Авғанур улына, беҙҙе әйҙәп йөрөүсе Лилиә Хәмит ҡыҙына, Гөлназ Ғиззәт ҡыҙына, Эльмира Сабир ҡыҙына һәм беҙҙең өсөн янып-көйгән көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт. Байрамыбыҙ сығарылыш уҡыусылары өсөн бик тә иҫтә ҡалырлыҡ үтте.
Читайте нас: