Каникул ваҡытында Илкәнәй мәктәбе балаларға иҫтә ҡалырлыҡ матур ял ойошторҙо.
Улар үткән дүшәмбе көндө Ырымбур ҡалаһына аквапаркка барҙы. 1-9-сы кластарҙан 36 бала уҡытыусылары Гөлдәр Шәмсетдинова, Әҡлимә Вилданова, Минзәлә Шәмсетдинова менән рәхәтләнеп ял итеп ҡайттылар. Улар менән бергә ата-әсәләрҙән Владик Сафаров, Гүзәл Мөхәмәтшина, Айгөл Вахитова ла барҙы.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Все включено” турагентствоһы аша барҙыҡ. Улар барыһын да матур итеп ойошторҙо. Балаларға ныҡ оҡшаны, үҙҙәренә сәйәхәт ойошторғандары өсөн ныҡ ҡыуандылар, ата-әсәләр ҙә рәхмәттәр әйтте, - ти сәйәхәтте ойоштороусы уҡытыусы Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы.