Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластар аҙналығы үтте. Һәр көн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды, балалар күңелендә бай хәтирәләр ҡалдырырлыҡ итеп уҙҙы.
Аҙна барышында уҡыусылар математиканан олимпиадала, рус теленән диктант, башҡорт теленән инша яҙыуҙа үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараны. «Йәш математик» исеменә Арманшина Аделина, Исхаҡов Рәлиф, Рахматулов Марсель лайыҡ булһа, «Алтын ҡаурый» Хәлитова Сабина, Саттарова Айзилә, Суванова Гөлгөнәлә. Мәктәбебеҙҙә һаулыҡты нығытыу, сәләмәтлекте үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Көн һайын үткәрелгән иртәнге гимнастика ла быны дәлилләй. Ә бына «Күңелле старттар» балаларҙы физик яҡтан ғына үҫтермәй, уларҙы коллективта йәшәргә, команда өсөн яуаплылыҡ тойорға, командалағы һәр ағзаның мөһимлеген күрергә өйрәтә. Бындай ярыштарҙы уҡыусылар бик ярата, теләп ҡатнаша. Шашка менән шахмат та - күп уҡыусыларҙы йыйған спорт төрҙәренең береһе. Хатта был ярыштарҙы ҡарарға ата-әсәләр ҙә килде. Мәктәбебеҙҙең «Иң оҫта шахматсылары» 4-се класта икән. Улар - Хәлитова Сабина менән Бикмаев Айбулат. «Иң шәп шашкасылар» Абдуллина Резеда, Ниғмәтуллина Гөлназ һәм Саттаров Шамил булды. Башланғыс кластар уҡыусылары Көҙһылыуҙа ҡунаҡта булды. Үҙҙәре эшләгән уйынсыҡтарын, сағыу һүрәттәрен, ятлаған шиғырҙарын Көҙһылыу һәм жюри алдына баһаламаға ҡуйҙылар. «Оҫта һүрәт төшөрөүсе» - Петрова Юлия, «Ҡул эштәре оҫтаһы» - Киекбаева Азалия, Бирҙин Фидан, Лапин Денис, Саттаров Шамил булдылар. Бергәләп йомаҡтар ҡойоу, уйындар уйнау балаларҙың кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.