Беҙҙең Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған, хөрмәткә лайыҡ парҙарының юбилейҙарын — алтын, гәүһәр туйҙарын байрам итергә йыйылдыҡ.
Тәржиман абый һәм Бәлхиә апай Фәтҡуллиндар, Нәбил абый һәм Тәзкирә апай Хөсәйеновтар, Ринат абый һәм Сәбилә апай Зәйнәғәбдиновтар (тик улар ауырыу сәбәпле байрамыбыҙға килә алманылар), Әхмәт абый һәм Рәбиға апай Бәшировтар, Рал абый һәм Ғәҙилә апай Зәйнәғәбдиновтар, Зәки абый һәм Илүзә апай Йосоповтарҙың гәүһәр туйҙары һәм Ғәзиз абый һәм Миңһылыу апай Фәтҡуллиндарҙың алтын туйҙары менән ҡотланыҡ.
Был күркәм байрам уларҙың һәм балаларының хәтерендә яҡты бер иҫтәлек булып ҡалһын өсөн беҙ ныҡ тырыштыҡ. Юбилярҙарыбыҙҙың барыһы ла хеҙмәт ветерандары. Һуғыштан һуң һынауҙарҙың иң ауырын уҙһалар ҙа, һынмайынса-һығылмайынса, ҡартайыуҙы, уфтанып-зарланыуҙы белмәүсе, һәр тыуған таңға шөкөр итеп, үҙҙәренең хеҙмәттәре менән мул тормошта йәшәүсе апай-абзыйлар Һеҙ (әбей-бабайҙар тип әйтергә тел дә әйләнмәй)! Балаларығыҙҙы, инде ейәндәрегеҙҙе ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырғанһығыҙ. Тәндәрегеҙгә, йәндәрегеҙгә ял бирергә лә онотоп, үҙегеҙҙең кемгәлер кәрәк булыуығыҙҙы тойоп, хәрәкәттә бәрәкәт тигән әйтемгә тап төшөрмәйенсә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе үҫтерергә ярҙам итәһегеҙ. «Балаңдың балаһының балаһын күрһәң, ожмахҡа керәһең», - тиҙәр. Һеҙҙең барығыҙ ҙа ожмах ҡоштары. Үҙегеҙҙә булған барлыҡ һәйбәт сифаттарҙы биреп, аҡыллы-тәүфиҡлы балалар үҫтергәнһегеҙ. Татыу ғаиләлә әтей-әней үрнәгендә үҫкән балалар, үҙҙәре лә матур тормош ҡорғандар. Балаларығыҙ ҙа, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ҙә һеҙҙе хөрмәт итеп тора.
Ошо күркәм байрамыбыҙҙа беҙ һәр бер ғаиләнең тормош юлына байҡау яһаныҡ. Юбилярҙарыбыҙҙың балалары, яҡындары ҡотланы. Матур концерт та барыһының да күңеленә хуш килде. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдинов, эштәр идарасыһы Гөлбаныу Зиннур ҡыҙы Зәйнәғәбдинова матур теләктәренә ҡушып, Республика Башлығының һәм үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Байрам юбилярҙарҙың үҙҙәре, уларҙың балалары, ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өҫтәл артында дауам итте. Парҙарҙы «әсе» ҡысҡырып үбештерҙек, хатта. Шулай уҡ һәр бер пар үҙҙәренең йәшлек йырҙарын йырлап ишеттерҙе.
Был шатлыҡлы сараны үткәргәндәргә рәхмәттәр әйтеп, тормош усағығыҙ һүнмәһен, йән тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр менән таралыштыҡ. Һүҙемде байрамыбыҙ күрке булған ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға арналған шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
Бик тиҙ үтеп киткән ғүмер,
Балалар ҙа үҫеп бөттөләр.
Һәр береһенең үҙ ғаиләһе хәҙер,
60 йыл бит бергә уҙған ғүмерегеҙ,
Күп тә түгел кеүек һанаһаң.
Ғүмер юлын бергә уҙҙығыҙ һеҙ,
Иҫең китер артҡа ҡараһаң.
Тигеҙ, тыныс ҡартлыҡ насип булһын,
Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын.
Йәшәгеҙ һеҙ беҙгә үрнәк булып,
Ҡайғы еле ҡанат ҡаҡмаһын!