Все новости
Электрон хаттар
16 Ноября 2018, 10:43

ИХЛАС ЙӨРӨЙҘӘР

Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбендә ҡыҙҙар өсөн түңәрәк асыу хаҡында әсәйҙәр күптән теләк белдерә ине. Эйе, ҡыҙ баланың ҡул эштәрен белеүе бик матур күренеш. Иғтибарлылыҡ, талапсанлыҡ, тырышлыҡ, уңғанлыҡ һәм оҫталыҡ аңлы уҡыу, төплө белем-ғилем алыуға ла ҙур этәргес. Ҡыҙҙар буласаҡ хужабикәләр ҙә бит әле.

Ниһайәт, әсәйҙәрҙең, ҡыҙҙарҙың, уҡытыусыларҙың уй-ниәттәре тормошҡа ашты - ашнаҡсы ярҙамсыһы Ригина Рәйес ҡыҙы Баймырҙина бындай түңәрәкте етәкләргә батырсылыҡ итте.

Үткән уҡыу йылында ата-әсәләр өсөн район үҙәге Төйлөгәндә уҙғарылған күргәҙмәлә уның эштәре ҙур баһа алғайны.

Ихлас йөрөйҙәр был түңәрәккә ҡыҙҙарыбыҙ. Эштәре менән ата-әсәйҙәрҙе лә таныштырҙыҡ - дөйөм ата-әсәләр йыйылышына күргәҙмә ойошторҙоҡ. Азалия Кузбаева атаһының, Альбина инәйенең тыуған көндәренә үҙ ҡулдары менән яһалған аҫма сынаяҡтар бүләк итте. Полиция хеҙмәткәрҙәре көнөнә Валерий бабайын да ҡотланы. Өсөнсөнән Фидалия, Эльза эшләгән сынаяҡтар ҙа бар был күргәҙмәлә. Апалы-һеңлеле Адель менән Аида ла, бишенсенән Диана ла бик теләп йөрөй түңәрәккә - Ригина апайҙары менән шөғөлләнеү ҡыҙҙарға ныҡ оҡшай.
Читайте нас: