Все новости
Электрон хаттар
27 Ноября 2018, 11:48

АТА-ӘСӘЙҘӘР БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫ БИРӘ

Берҙәм дәүләт имтиханына ата-әсәйҙәрҙе, уҡыусыларҙы психологик яҡтан әҙерләү маҡсатында Төйлөгән районында «Ата-әсәйҙәр берҙәм дәүләт имтиханы бирә» тигән акция үтте. Ул район үҙәгендә, лицейҙа уҙғарылды.

Акцияла Төйлөгән районының урта мәктәптәренән 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәйҙәре ҡатнашты. Аллабирҙе, Владимировка, Ташлы, Троицк,Төйлөгәндән килеүсе 15 кеше имтихан барышының бөтә этаптарын үтәләр: имтихан барған бүлмәгә үтеү өсөн тикшереү, урындарға ултырыу, инструктаж һәм бланктар тултырыу. Рус теленән хужалыҡта оҙаҡ йылдар шофер булып эшләүсе Ғәлим Зәбих улы Һөйөндөков, мәктәптең рус теле уҡытыусыһы Фәниә Фәүжәт ҡыҙы Хисамова математиканан берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙылар.
Читайте нас: