Все новости
Электрон хаттар
4 Декабря 2018, 12:34

ҠЫУАНДЫРЫП ТОРАЛАР

Ауылымдың балалар баҡсаһында үткән әсәйҙәргә бағышланған байрамға барып ҡайтҡас, үҙемдең тәьҫораттарымды яҙмайынса бер ҙә генә булдыра алмайым.

Ауылымдың балалар баҡсаһында үткән әсәйҙәргә бағышланған байрамға барып ҡайтҡас, үҙемдең тәьҫораттарымды яҙмайынса бер ҙә генә булдыра алмайым.


Балаларҙың ихлас итеп сығыш яһауҙары күңелгә шул тиклем оҡшаны, был хистәрҙе бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Балалар баҡсаһына был көндө әсәйҙәр генә түгел, ә беҙ, өләсәйҙәр ҙә килдек. Кескәйҙәр беҙгә русса ла, татарса ла, башҡортса ла шиғырҙар һөйләп, йырлап ишеттерҙе. Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмә лә әҙерләгән улар. Әсәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгән, төрлө тәм-том бешереп алып килеп, йәрминкә ойоштороп ебәрҙеләр. Аҙаҡтан күмәкләшеп сәй эсеп алдыҡ. Күптән түгел генә «Көҙ» байрамы ла шулай шаулап-гөрләп үткәйне. Гел генә беҙҙе шулай ҡыуандырып, күңелле һәм матур-матур байрамдар ойошторғандары өсөн тәрбиәселәргә, балалар баҡсаһының бар коллективына һәм шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡыҙ-улдарыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Читайте нас: