Баш ҡалабыҙ Өфөлә республика кимәлендә уҙғарылған Мәүлит байрамына арналған мөнәжәт кисәһе үтте.
Байрамда Башҡортостаныбыҙҙың 15 районынан килгән кешеләр, вәкилдәр ҡатнашты. Ошо матур байрамды Яңы Мораптал ауылынан бер төркөм кеше күреү һәм унда ҡатнашыу бәхетенә ирештек. Был сараға алдан хәстәрләп ойоштороусы Көйөргәҙе мөслимәләре ойошмаһы етәксеһе Нурия Хәлилова апай ине. Беҙҙе Өфөгә килеп төшөү менән «Ихлас» мәсетендә бик матур йылы итеп ҡаршы алдылар, ҡорбан ите менән һыйлап, тәмле сәйҙәр эсерҙеләр. Аҙаҡ «Нур» драма театры бинаһында уҙғарылған байрамға юл тоттоҡ.
Байрам иҫ киткес юғары кимәлдә уҙҙы, төрлө райондарҙан килгәндәр. Ҡунаҡтарҙың сығышын ҡараныҡ, ҙур дәрәжәле кешеләр, дин әһелдәре менән осраштыҡ, үҙебеҙгә ҙур фәһемдәр алдыҡ. Үҙ сиратыбыҙ еткәс, байрамға әҙерләп алып барған күстәнәсебеҙ - мөнәжәттәр менән сығыш яһаныҡ, залда ултырыусылар бик йылы ҡабул итте, беҙҙе бүләкләргә лә онотманылар.
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйткебеҙ килә, был байрамды ойоштороусыларға, етәксебеҙ Нурия Хәлиловаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Унан бик тә ҡыуанып ҡайттыҡ.