Все новости
Электрон хаттар
28 Декабря 2018, 11:36

БЕҘҘӘ ЛӘ БАЙРАМДАР МАТУР ҮТӘ

«Юшатыр»ҙы яратып уҡыйбыҙ һәм һеҙҙең гәзит аша районыбыҙҙың башҡа ауылдарының мәҙәни усаҡтарында ниндәй ҡыҙыҡлы саралар, матур-матур байрамдар үткәрелеүе хаҡында күҙәтеп барабыҙ, әммә ошоға тиклем бер ҙә генә үҙебеҙ тураһында яҙырға форсат тапманыҡ. Беҙҙең Түбәнге Бабалар ауылында, клубыбыҙ йә ниндәйҙер ҙур бинабыҙ булмаһа ла, төрлө саралар үткәрелеп тора. Эшебеҙҙең төп йүнәлеше — сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау. Каникул ваҡытында уҡыусыларҙы әҙ генә булһа ла телефон-компьютерҙарҙан айырып торор өсөн, һаулыҡҡа файҙалы булған төрлө саралар менән йәлеп итергә тырышабыҙ. Үҙебеҙ бүләктәр һәм һый әҙерләп, ауылдаштарыбыҙҙы юбилейҙары, Ололар көнө, 9 Май һәм башҡа байрамдар менән ҡотлап торабыҙ. Йәй көндәрендә иһә «Кәкүк сәйе», ҡыштарын Ауылпиада, шыршы байрамдары, яҙ еткәс, «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!» байрамдары гөрләп үтә. «Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы» тип, күптән түгел генә Көйөргәҙе, Ҡотлоюл һәм Үрге Бабалар ауылдары ағинәйҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ, сөнки Хаж ҡылып ҡайтҡан Рима апай көҙ көнө үк беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып һыйлағайны. Ағинәйҙәр менән бергә сәй табыны артында йырлашып ултырҙыҡ, ҡул эштәре буйынса тәжрибәләребеҙ менән бүлештек. Беҙҙең иң ҙур теләк — йәштәр ҙә беҙҙең кеүек шулай иҫерткес эсемлектәрһеҙ генә байрам итһендәр. Шуны ла яҙмайынса булдыра алмайым — беҙҙең ауылдан өс ҡатын скандинав таяҡтары менән йөрөй башланы, икәүһе саңғыға баҫты. Шулай итеп беҙ сәләмәт тормош алып барыу өлгөләрен үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтәбеҙ. Иң әүҙем ағинәйҙәребеҙҙе лә атап үткем килә. Улар — Гөлгөнә Исхаҡова, Зилә Әйүпова, Айһылыу Ишмөхәмәтова, Гөлсирә Кинйәбаева, Рәмилә Ғәниева. Һәр сараны үткәреүҙә ҙур терәк булып, оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн уларға сикһеҙ рәхмәт белдерәм. Әлеге көндә инде беҙ күмәкләшеп Яңы йыл байрамына әҙерләнәбеҙ.

Читайте нас: