Был тамашаны һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел, үҙ күҙҙәрең менән күрергә, үҙ ҡолаҡтарың менән ишетергә кәрәк. Бына беҙ үҙебеҙ шундай бәхеткә ирештек. Залды тултырып килгән халыҡ артистарҙың моңло йырҙарына ҡушылып йырлап та ебәрҙе, ә концерт һуңынан инде барыһы ла, түҙмәйенсә, зал уртаһына сығып, бейергә лә төшөп китте. Шулай итеп, беҙ бик күңелле ял итеп ҡайттыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә, яҡшымбәттәр, күңелдәрҙе күтәрҙегеҙ, йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ!
Әйткәндәй, Абдул ауылы клубы ремонттан һуң ныҡ йылынып киткән. Элек бында килһәң, аяҡ туңып бер була ине. Өйгә ҡайтҡас, аяҡтарҙы саҡ йылытып ала торғайныҡ. Был юлы бер ҙә генә өшөмәнек.