Все новости
Электрон хаттар
28 Декабря 2018, 12:54

«ЯҢЫ ЙЫЛДА ПРОБЛЕМАЛАР ӘҘЕРӘК БУЛҺЫН!»

1-се класс уҡыусылары менән «Тирә-яҡ мөхит» дәресе буйынса экскурсияға тип, Бахмут ауылы почта бүлексәһенә юл тоттоҡ. Бында балаларҙы Людмила Викторовна йылы ҡаршы алып, почта хеҙмәткәрҙәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре менән таныштырҙы.

Уҡыусылар почта йәшниктәренә класташтарына ҡотлау хаттары ҡалдырып китте. Ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Нуриман ҡыҙына ла ҡунаҡҡа керҙек. Ул байрам осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм каникулдар ваҡытында ауыл клубындағы балалар майҙансығына килеп уйнарға тәҡдим итте. 1-се класс уҡыусылары ла уны Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтеп хушлаштылар. Хатта, бер бала, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан: «Яңы йылда проблемалар әҙерәк булһын!» – тип теләне. Юл ыңғайында яңы ғына асылған күп функциялы ғаилә клубын кереп ҡараныҡ. Клуб мөдире Константин Сергеевич беҙгә барыһын да күрһәтеп, таныштырып сыҡты. Мәҙәниәт йортон шул тиклем ныҡ матурлағандар, кабинеттар хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырып йыһазландырылған. Йылы, күркәм клубҡа ҡыуанып ҡына йөрөргә ҡала. Шундай ҙур эш атҡарғандары өсөн Нурия Нуриман ҡыҙына, Константин Сергеевичҡа һәм ремонт эшендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: