Все новости
Электрон хаттар
8 Января 2019, 10:59

МӨҒЖИЗӘЛӘР БҮЛӘК ИТТЕ

Ялсыҡай ауылы халҡы ла мөғжизә ярата. Тырыш, дәртле ғаиләләр йорттары яндарына ҡарҙан иҫ китмәле матур һындар төҙөп ҡуйғандар.

Ялсыҡай ауылы халҡы ла мөғжизә ярата. Тырыш, дәртле ғаиләләр йорттары яндарына ҡарҙан иҫ китмәле матур һындар төҙөп ҡуйғандар.


Илһам менән Фәнүзә Ҡотлогилдиндар, Илсур менән Әлиә Хөсәйеновтар, Фәһим менән Эльвира Валидовтар, Зәки менән Эльвира Аҡсуриндар, Радук менән Гөлгөнә Вахитовтар, Юнир менән Әнүзә Насыровтар Яңы йыл байрамының төп геройҙарын кәүҙәләндереп, йорттары эргәһендә ҡупшы шыршылар ултыртып, ауылға байрам төҫө өҫтәне. Уларҙың бай фантазияһы, оҫта ҡулдары ярҙамында ауылдың йөҙө тағы ла йәмләнде.

Ошо арауыҡта клубта кис һайын 80-се, 90-сы йылдар дискотекалары ла ойошторола. Бындай дискотекаларҙы үткәреүҙә дәртләнеп йөрөүсе Илһам Ҡотлогилдинға ҙур рәхмәт.

Шулай итеп, оҙайлы ҡышҡы каникул осоронда Ялсыҡай ауылында үткәрелгән мәҙәни саралар олоһона ла, кесеһенә лә күңел күтәренкелеге, байрам кәйефе өҫтәне, сихри мөғжизәләр бүләк итте.


Читайте нас: