Все новости
Электрон хаттар
11 Января 2019, 12:54

РӘХМӘТЛЕБЕҘ!

Зәк-Ишмәт ауылы клубында Яңы йыл кисәһен шул хәтлем матур итеп үткәрҙеләр. Сценарийҙары ла бик уңышлы килеп сыҡҡан. Бында уйындар ҙа, концерт номерҙары ла бер-береһенә бәйләнешле генә барҙы.

Зәк-Ишмәт ауылы клубында Яңы йыл кисәһен шул хәтлем матур итеп үткәрҙеләр. Сценарийҙары ла бик уңышлы килеп сыҡҡан. Бында уйындар ҙа, концерт номерҙары ла бер-береһенә бәйләнешле генә барҙы.


Байрам сараһы ауыл халҡының барыһына ла оҡшаны. Тамара һәм Петр Капустиндар тураһында айырып әйтмәйенсә, бер ҙә генә булмай. Уларҙың һәр ваҡыт ысын күңелдән ярҙам итәбеҙ, тип йөрөүҙәре бигерәк һоҡландыра. Ай буйына, көн һайын бер нисәшәр тапҡыр репетицияларға йөрөп, ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр артистарын өйрәткәндәре, шундай ҙа күркәм сара ойошторғандары өсөн мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре Гөлсара Рәшитова һәм Әлфиә Йосоповаға рәхмәт әйтке килә. Шулай уҡ беҙҙең «Райхан» ансамбле өсөн ауылдаштарына бағышланған Яңы йыл тураһындағы моңло йыр ебәргәне өсөн яҡташыбыҙ Йәүҙәт Усмановҡа ла оло рәхмәтлебеҙ.

Аллаға шөкөр, ауылдаштарымдың һәр береһе байрам сараһы үткәреү өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышып ҡына тора. Байрам булғас, бигерәк тә, Яңы йыл байрамы өсөн бүләктәр ҙә кәрәк бит әле. Ә уның өсөн берәү ҙә аҡса бүлмәй, ҡыҙғанысҡа. Шуға күрә клуб хеҙмәткәрҙәренә бүләктәрҙе үҙ аҡсаларына алырға тура килә. Етмәһә, ауыл мәҙәниәт йорттарына үрҙән үҙҙәренә аҡса эшләргә лә ҡушалар. Ауылыбыҙҙа бик уңышлы эшләп килгән фермерҙарыбыҙ, эшҡыуарҙарыбыҙ бар. Уларҙың һәр береһе 500-шәр һум аҡса менән булһа ла ярҙам итеп ебәрһәләр, ошондай күркәм саралар тағы ла йәмләнеп китер ине. «Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр», - тиерһегеҙ, әммә һәр саҡ аҡса һорап, инәлеп йөрөүе лә еңелдән түгел. Шуға күрә фермер һәм эшҡыуарҙар ауылдаштарына үҙҙәре белеп әҙ генә ярҙам итеп ебәрһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Был эштә ауыл советы хакимиәте лә булышлыҡ итһә, бигерәк тә шәп булыр ине.


Читайте нас: