Все новости
Электрон хаттар
15 Января 2019, 10:29

ИҪКЕ ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ЛА ҠАРШЫЛАНЫЛАР

Иҫке Яңы йыл байрамы уңайынан Йомағужа ауылы балаларына клуб мөдире Мәүсилә Исмәғилева бик күңелле байрам ойошторҙо.

Иҫке Яңы йыл байрамы уңайынан Йомағужа ауылы балаларына клуб мөдире Мәүсилә Исмәғилева бик күңелле байрам ойошторҙо. Балалар төрлө конкурстарҙа, эстафеталарҙа ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Ниндәй Яңы йыл Ҡыш бабайһыҙ булһын инде! Кескәйҙәрҙең иң яратҡан бабайҙары был юлы ла күстәнәсһеҙ килмәгән. Ул төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да үҙенең бүләктәре, тәмле-татлы күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы. Балалар саф һауала шау-гөр килеп уйнап, яңы көс һәм дәрт алып, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: