Был көндө Абдул ауылы халҡы тышта буран ҡотора, тип торманы, күмәкләшеп клуб яғына ыңғайланы. Клуб мөдире Юлиә Ниғмәтуллина 80-се йылдар дискотекаһы үткәрҙе. Дәртле ауылдаштарымды бер ниндәй ҡар бураны ҡурҡытманы. Кис көнө бергәләшеп клубҡа килеп, рәхәтләнеп бейеп, күңел асып, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, 80-се йылдарға ҡайтып килдек. Шундай матур кисә ойоштороп беҙҙе ҡыуандырғаны өсөн Юлиәгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.